▶ видео
Радий Хәбировҡа нисек һорау бирергә?
11 ноябрҙә 19 сәғәттә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров "Рәсәй 24", "Башҡортостан 24", БСТ, "Бөтә Өфө", "Сәләм", UTV телеканалдары һәм "Юлдаш" радиоһында, шулай уҡ социаль селтәрҙәрҙә республика халҡының көнүҙәк һорауҙарына яуап бирә.
Төбәк етәксеһенә яҙма йәки видео форматындағы һорауҙы бер нисә ысул ярҙамында ебәрергә мөмкин:
– Башҡортостан Башлығының рәсми сайтындағы махсус бүлектә;
– "Дәүләт хеҙмәттәре. Бергә хәл итәбеҙ" сервисында;
– МАХ милли мессенджерындағы чат-бот аша;
– "Бәйләнештә" социаль селтәрендә;
– "Класташтар" социаль селтәрендәге чат-бот аша
шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының Ситуация үҙәгенә шылтыратырға мөмкин. Телефон: +7 (347) 218-19-19 йәки 122 (өҫтәлмә һан 5).
Һорауҙар 10-сы ноябрь киске сәғәт 7-гә тиклем ҡабул ителә.