❓Быйылғы ноябрҙән нимә көтөргә?
Октябрь тамамлана, ә Башҡортостанда һаман йәйге йылы тора. Синоптиктар бына-бына “һыуыта” тип фаразлаһа ла, әллә ни һыуытыу ҙа юҡ кеүек. “Фобос” үҙәге метеорологтары октябрь аҙағында һәм ноябрҙә Башҡортостанда һауа торошо хаҡында һөйләне.
🔥Синоптиктар фараздарында йәнә һауа торошо аномалиялары билдәләре күренә. Октябрь аҙағы йылы һәм ҡояшлы буласаҡ. Көндөҙгө температура ай аҙағына тиклем +9,+11 градус тәшкил итәсәк. Төндә +5,+6 градус.
💥Ноябрҙә ямғыр яуасаҡ. 7, 8 һәм 9 ноябрҙә генә кире температура фаразлана. Был көндәрҙә ҡар яуасаҡ. Әммә һуңынан тағы ла йылыта. Һәм ай буйына ҡояшты күрмәйәсәкбеҙ тиерлек. Шул уҡ ваҡытта температура ыңғай буласаҡ. Көндөҙ 0-дән +6 градусҡаса һалҡын буласаҡ. Төндә -3, +2 градус.
Автор фотоһы.
"Башҡортостан" гәзитенең рәсми каналы:
https://max.ru/gazetabashkortostan