🪶Әлкә ауылының егәрле, ишле ғаиләләренең береһе – Руслан һәм Гөлнара Низамовтар ҡаҙ өмәһе үткәрҙе.
🔥Өмәгә күршеләре, туғандары килде, улы менән килене лә ҡайтҡайны. “Күмәкләгән яу ҡайтарған” тигәндәй, кискә тиклем эште тамамлап та ҡуйҙылар.
🍗🍲Йола буйынса хужалар өмәселәрҙе табынға саҡырҙы.
🪿Ҡаҙ өмәһе – халҡыбыҙҙың көҙгө муллыҡ һәм байлыҡ байрамдарының береһе.