Новое Распределяем каналы MAX по категориям и территориям. Читать новость
Ит һәм йәшелсә менән — видео, канал «Тәмле табын» ▶ видео

Ит һәм йәшелсә менән


ҡамыр урамаһы

Ҡамыр өсөн:
• Он — 300 г
• Кефир — 200 г
• Сода — 1 балғалаҡ
• Тоҙ — 1 балғалаҡ
• Укроп йәки башҡа йәшелсә — эслек өсөн
• Үҫемлек майы — майлау өсөн

Аш өсөн:
• Ит — 600 г
• Һуған — 1–2 баш
• Кишер — 1
• Татлы борос — 1–2
• Картуф — 3
• Томат пастаһы — 1 ҡалаҡ
• Тоҙ, борос — тәменсә

Ҡамыр өсөн кефир, тоҙ һәм соданы ҡушып болғатабыҙ.
Он өҫтәп бер аҙ ҡатыраҡ ҡамыр баҫабыҙ. Утыҙ минутҡа ситкә ҡуйып торабыҙ.

30 минут үткәс, ҡамырҙы йоҡа түңәрәк итеп йәйәбеҙ. Үҫемлек майы менән майлайбыҙ, укроп һибәбеҙ. Уртаһынан тишек яһап, видеолағы кеүек урап сығабыҙ, киҫәктәргә бүләбеҙ.

Итте көслө утта үҫемлек майында ҡыҙҙырабыҙ. Һуған, татлы борос, томат пастаһы өҫтәп, тағы 2 минут ҡыҙҙырабыҙ.

Тоҙ, ҡара борос, кишер, картуф, һыу һалабыҙ, һуңынан ҡамыр урамаларын теҙеп сығабыҙ.

Ҡапҡасын ябып, төбө көймәһен өсөн талғын утта 30 минут бешерәбеҙ. Бик матур һәм бик тәмле ризыҡ килеп сыҡты.

Аштарығыҙ тәмле булһын 🤗
Просмотры: 401
Открыть в MAX Сообщить о неточности

Сообщить о неточности

Опишите, что нужно исправить. Если есть источник, добавьте ссылку.

Вы покидаете datool.ru

Ссылка ведёт на внешний сайт. datool.ru не отвечает за его содержимое — проверьте адрес, прежде чем вводить пароли или платёжные данные.

Переход через 10 с

Перейти