▶ видео
Бик ябай, тиҙ һәм тәмле иртәнге аш
100 граммға КБЖУ: 220/15/10/17
Ингредиенттар:
- эремсек 100 г
- сыр 60 г
- йомортҡа 1 дана
- йәшел тәмләткес үләндәр
- тоҙ, борос
- тортилья йәки ләүәш 2 түңәрәк
Был ҡыҫтыбый кеүек ризыҡ, әммә ситтәре йәбештерелгән.
Эремсек, сыр, йәшел тәмләткестәр, йомортҡа, тоҙ, борос кәрәк була.
Ләүәштән башҡа ризыҡтарҙы ҡушып, яҡшылап бутағыҙ. Ярылмаһын һәм ситтәре яҡшы йәбешһен өсөн, тортильяны йәки ләүәште һыу менән һылағыҙ.
Эслектең яртыһын һалығыҙ, тигеҙләгеҙ, йәймәнең икенсе яртыһы менән ҡаплағыҙ, ситтәрен сәнске менән беркетегеҙ. Аҡ майҙа ике яҡтан бәләкәй утта ҡыҙҙырығыҙ.
Әҙер булғас та кисекмәҫтән табынға бирергә.
Тәмле булһын