▶ видео
Бешермәй эшләнгән ҡатлы торт
Рецепт бик ябай, уҡыусы бала ла эшләй ала.
Кәрәкле ризыҡтар:
«Майланған һөт» ("Топленое Молоко") печеньелары
Ҡаймаҡ — 600 г
Ҡайнатылған ҡуйыртылған һөт
Арахис йә ваҡланған грек сәтләүеге
Әҙерләү:
1. Ҡоштабаҡта ҡаймаҡты һәм ҡуйыртылған һөттө туғыйбыҙ, алынған крем менән һауыт төбөн майлайбыҙ — был беренсе ҡатлам була.
2. Артабанғы ҡатлам итеп печеньены йәйәбеҙ, шулай итеп һауытты ҡатламлап тултырабыҙ, һуңғыһы мотлаҡ рәүештә крем ҡатламы булырға тейеш.
3. Өҫтөнә арахис һибәбеҙ һәм бер нисә сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуябыҙ.
Тәмле булһын