▶ видео
Икмәк
Кәрәкле ризыҡтар:
▫️һыу — 350 мл,
▫️ҡоро сүпрә — 1/3 балғалаҡ,
▫️шәкәр — 1 балғалаҡ,
▫️он — 540 гр., юғары сортлы он, йәки 440 гр. юғары сортлы он + 100 гр. бөтөн бөртөклө (цельнозерновая мука) он,
▫️тоҙ — 1 балғалаҡ, өҫтөнә һалырға,
▫️үҫемлек майы — 2 ҡалаҡ.
Бындай икмәк әҙ сүпрәнән (дрожжи) әҙерләнә.
Ҡамырҙы кистән баҫабыҙ.
Һауытҡа бүлмә температураһындағы һыу ҡоябыҙ, сүпрә, шәкәр, он, тоҙ һалып, ҡамыр баҫабыҙ. Ҡамыр баҫҡыс менән дә, ҡул менән дә эшләргә мөмкин.
Үҫемлек майы ҡушып, тағы ла 10 минут самаһы баҫабыҙ. 1–2 сәғәткә ултыртып торабыҙ. Ҡамыр бер аҙ күтәрелергә тейеш.
Шунан һуң ҡамырҙы йомарлап, батон итеп әүәләйбеҙ. Ял иттереү өсөн тәғәйенләнгән һауытҡа он һибәбеҙ. Теләһә ниндәй пластик контейнер йәки һауыт алырға мөмкин. Ҡамырҙың йөйөн өҫкә ҡаратып һалабыҙ, һауытты целлофан пакет менән ҡаплап, һыуытҡысҡа төнгә ҡуябыҙ.
Иртәнсәк ипләп кенә пергамент йәйелгән табаға күсерәбеҙ. Бер яҡтан ҡамырҙы ҡырҡып ҡуябыҙ (надрез).
220 градусҡа тиклем йылытылған мейескә оҙатабыҙ. Ҡайһы бер мейескә аҫтан таба ҡуйып, ярты стакан һыу һалырға кәрәк, бешергән ваҡытта быны ике тапҡыр ҡабатларға мөмкин, ә иң яҡшыһы — ике-өс киҫәк боҙ һалыу.
15 минуттан һуң температураны 200 градусҡа тиклем түбәнәйтәбеҙ һәм әҙер булғансы бешерәбеҙ. Уртаса 1 сәғәт үтә.
Аштарығыҙ тәмле булһын!