АШЫҒАМЫН🏃♂🚴♂🧗♂
Ашығамын, кешеләргә
әйтә торған һүҙҙәрем бар,
Ашығамын алдарымда
артылаһы үрҙәрем бар.
Ишетәһе моңдарымды -
ишетәйем тиҙерәк тим,
Күпме әле күрәһем бар,
күрәйемсе тиҙерәк тим.
Көтһөн мине ярһыу яҙым,
көтһөн мине алтын көҙөм,
Тейерҙәргә тейһен ине
ваҡытында изгелегем.
Айырмаһын йырҙарымдан,
күпме килер ҡулдарымдан,
Ашығамын, ашығамын,
туҡтатмағыҙ юлдарымдан.
#ГөлфиәЮнысова