Көҙгө урман
Баймырҙина Римма
Сыҡтым әле тәбиғәткә
Тирә - яҡты байҡайым.
Көҙ һырыған сағыу балаҫ
Өҫтөнән һаҡ атлайым.
Көҙгө урман, тынып ҡалған
Шул тынлыҡты һаҡлайым.
Ары - бире осҡан ҡошҡа
Сәләм бирә аҡ ҡайын.
Тирә - яҡта көҙгө балҡыш
Алып тора күҙ яуын.
Йомарт бит ул көҙ миҙгеле
Ҡыҙғанмаған буяуын.
Баһадирҙай көслө имән
Ҡосоп алған миләште.
Уға ҡарап яңғыҙ балан
Уттай янып көнләште.
Юкә, ҡарама, уҫаҡтар
Ялбыр сәсле сағандар.
Ҡара күҙле аҡ ҡайындар
Тәрән уйға сумғандар.
Уҙар әле һалҡын ҡыштар
Түҙәрмен буранына.
Һағыштарым таратырға
Киләрмен урманыма.