Новое Распределяем каналы MAX по категориям и территориям. Читать новость

Һыҡтай - һыҡтай таҙартамын


Баймырҙина Римма

Асып күңел ишектәрен
Урын бирҙем түренән.
Әсир иттең йөрәгемде
Һине иң тәү күреүҙән.

Арбаны шул йәнкәйемде
Серле ҡара күҙҙәрең.
Мәдхиәләй яңғыраған
Һинең наҙлы һүҙҙәрең.

Һөйөү тулы бәхет - шатлыҡ
Миҙгелен бүләк иттең.
Йән әрнеткес хәтирәләр
Ҡалдырып ташлап киттең.

Күмер көлө йөрәгемдә
Быҫҡып ҡалды өйөлөп.
Күңел һаман һине көтә
Күҙ йәшенә төйөлөп.

"Саф мөхәббәт мәңгелек" тип
Астым күңел түрҙәрен.
Һыҡтай - һыҡтай таҙартамын
Ҡалған, керле эҙҙэрең.
Просмотры: 104
Открыть в MAX Сообщить о неточности

Сообщить о неточности

Опишите, что нужно исправить. Если есть источник, добавьте ссылку.

Вы покидаете datool.ru

Ссылка ведёт на внешний сайт. datool.ru не отвечает за его содержимое — проверьте адрес, прежде чем вводить пароли или платёжные данные.

Переход через 10 с

Перейти