Новое Распределяем каналы MAX по категориям и территориям. Читать новость

*"Ижад шишмәһе"*


✍️✍️✍️✍️✍️✍️

*Бергәләгән яу ҡайтарған*

Ғасыр ҡатламдарын ватып
Ҡалҡан булып ҡалҡҡан бар.
Ҡуйы болот араһынан
Ҡояш булып баҡҡан бар.

Һыуға төшөп батҡан таштай
Мүкләнеп тә ятҡан бар.
Намыҫ менән выждандарын
Арзан хаҡҡа һатҡан бар.

Күңел ишектәрен бикләп
Мең йоҙаҡҡа япҡан бар.
"Бәлки бер көн асылыр тип
Өмөтләнеп ҡаҡҡан бар.

Ятҡан таштар тиҙ мүкләнә
Төпкә төшөп ятмайыҡ.
Тормош елдәренә ҡаршы
Етәкләшеп атлайыҡ.

Бергәләгән яу ҡайтарған
Бүленгән тиҙ еңелгән.
Бергә булһаҡ, берҙәм булһаҡ
Йәшәү булыр еңелдән.

*Римма Баймырҙина*
Просмотры: 77
Открыть в MAX Сообщить о неточности

Сообщить о неточности

Опишите, что нужно исправить. Если есть источник, добавьте ссылку.

Вы покидаете datool.ru

Ссылка ведёт на внешний сайт. datool.ru не отвечает за его содержимое — проверьте адрес, прежде чем вводить пароли или платёжные данные.

Переход через 10 с

Перейти