Новое Распределяем каналы MAX по категориям и территориям. Читать новость

Һорау, өндәү, өтөрҙәр


Баймырҙина Римма

Йән иҙрәткән һорауҙар бар
Ямандар һәм ялғандар.
Хәсрәт тырнағы һалған йөй
Ямауҙар һәм ялғауҙар.

Алда күпме билгеһеҙлек
Буй етмәҫлек бейеклек.
Бағып ҡояш яҡтыһына
Ерҙә үҫә тереклек.

Тормоштоң да үҙ талабы
Ҡуя шартлы тамғаһын.
Күп талапҡа күнекмәйсә
Ҡайсаҡ шартлап һынаһың.

Уйланырға мәжбүр иткән
Һорауҙар бик күп икән.
Һорау, өндәү, күп нөктәгә
Яҙмыш ебе береккән.

Һорау, өндәү, һәм өтөрҙәр
Килгәс кире китеүҙәр.
"Иртә әле нөктәгә"- тип
Өмөтләнеп көтөүҙәр.
Просмотры: 107
Открыть в MAX Сообщить о неточности

Сообщить о неточности

Опишите, что нужно исправить. Если есть источник, добавьте ссылку.

Вы покидаете datool.ru

Ссылка ведёт на внешний сайт. datool.ru не отвечает за его содержимое — проверьте адрес, прежде чем вводить пароли или платёжные данные.

Переход через 10 с

Перейти