Новое Распределяем каналы MAX по категориям и территориям. Читать новость

Һаумыһығыҙ.Самогон һатыусылар тураһында һүҙ сығып,уларҙы яҡлаусылар…

Һаумыһығыҙ.Самогон һатыусылар тураһында һүҙ сығып,уларҙы яҡлаусылар булғанға яҙырға булдым.Имеш ул кешенең ауыҙына көсләп ҡоймай,ә һатыусы булмаһа ул кеше ҡайҙан алып эсһен.Мәҫәлән берәүгә бер шешә тотоп әшнәһе килеп керҙе ти,ултырып эстеләр,ауыҙ сыланды бит инде,тағыла кәрәк,китәләр эҙләп,аҡса булмаһа өйөнән берәй нәмә урлап,ә самогон һатыусының намыҫы юҡ,ҡуй,балаларыңдың ауыҙынан өҙөп килтергәнең тип тормай алыштыра ул сәмәйгә.Ә ауылда һатыусы булмаһа ҡайҙан алып эсһендәр ул,магазин әйбергә алышмай,кис һатылмай,машина менән сығып китә алмай икенсе ауылға әҙерәк уйлағаны,,шулай булғас башҡаса эсә алмай өйөнә ҡайтырға тура килә.Беҙҙәлә бар ундайҙар,көнө,төнө һаталар,эскәндәре үлеп торалар,улар урынына алмаш килеп тора.Ауыл халҡына шундай хоҡуҡ бирергә кәрәк - ул ҡәһәрләнгәндәрҙе 24 сәғәт эсендә ауылдан ҡыуырға,шул ғына туҡтатыр уларҙы.Ә шуларҙы ыштанына бушатырҙай булып яҡлағандар йә үҙҙәре һата,йә уларҙан алып эсеүселәр.Бар йүнһеҙлектәрҙә шул эскенән сыға.Ниндәйгенә һау,таҙа,әзмәүерҙәй кеше булһала араҡы барыбер уны бөтөрә,кемделер тиҙ,кемделер яйлап.Күҙ алдына килтереп ҡарағыҙ, ауылдағы эскәндәрҙе, типһә тимер өҙөрҙәй булып йөрөгән күпме ирҙәрҙе йыҡты ул эске.Ә ҡатындарҙың эсеүе бигерәк әшәке,эскән ир туҡтай ала,ә ҡатындар юҡ.Кешенең аҡсаһын һанамайым,ләкин тапҡан аҡсаларына шуларҙан ағыу алыусыларҙың,себер яҡтарында йөрөп, ялында уларға йөрөүселәрҙең,пособие,пенсияларын шул самогонға бөтөрөүселәрҙең аҡсалары , һаулыҡтары,ғаиләләре йәл.
Просмотры: 1 638
Открыть в MAX Сообщить о неточности

Сообщить о неточности

Опишите, что нужно исправить. Если есть источник, добавьте ссылку.

Вы покидаете datool.ru

Ссылка ведёт на внешний сайт. datool.ru не отвечает за его содержимое — проверьте адрес, прежде чем вводить пароли или платёжные данные.

Переход через 10 с

Перейти