Аноним.
Белмәгәндәргә һабаҡ булһын тип яҙам. Һүҙем ауылдашым хаҡында. Ни өсөндөр гел малын туҡманы, айырыуса ҡыш көнө һәнәк һабы менән һуҡҡан тауыш яңғырап торор ине. Бахыр мал, бер ҡурҡып ҡалғас, унан үҙе өркөп ҡасҡандыр инде. Киске сәғәт 5- тәр тирәһе етһә, һарайға керетеп ябыр алдынан кәртә эсендә, бар ауылды яңғыратып, һүгенеп туҡмар ине. Үҙе кеше менән аралашҡанда шаяртып, көлөп һөйләшһә лә, шундай насар холоҡло булды. Ике ҡыҙы, ике улы, ҡатыны бар ине. Бер ваҡыт, бар малын һатып, Себергә сығып киттеләр, туғандары саҡырҙы, тип. Күп тә үтмәне, бер-бер артлы ҡатыны, ҡыҙы, ике улы үлеп китте. Әле ҡыҙы менән йәшәй, тиҙәр. Әллә шул малдың рәнйеше төрштөмө икән, тип уйлайым, Аллаһы Тәғәлә ғәфү итһен инде. Мал да бит тере йән, әйтә генә белмәй...