Йондоҙнамә (19 –25 октябрь)
Ылаҡ ( 22.12 – 20.01) Аҡса менән бәйле мәсьәләләрҙә һаҡ булығыҙ. Яңылыш байтаҡ аҡсағыҙҙы юҡҡа түгеүегеҙ бар. Был бигерәк тә шишәмбегә ҡағыла. Ниндәйҙер ҙур эш башлар алдынан үҙ мөмкинлектәрегеҙҙе самаларға тырышығыҙ. Һыуғояр ( 21.01 – 19.02)
Ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан, аҙнаның йомғаҡтары ҡыуандырыр. Йондоҙҙар башҡаларҙы артыҡ өмөтләндермәҫкә ҡуша, артабан һүҙегеҙҙә тороу ауыр буласаҡ. Кесе йомала кемдер башығыҙҙы бутарға маташыр.
Балыҡ ( 20.02 – 20.03)
Күберәк уңайлы мәлгә түгел, үҙ көсөгөҙгә таянырға тырышығыҙ. Ғөмүмән, көндәр яҡшы көтөлә, ләкин уңыштар үҙҙәренән-үҙҙәре килмәҫ. Тейешле һөҙөмтәләргә өлгәшеү өсөн арыу ғына көс-тир түгерһегеҙ.
Ҡуҙы ( 21.03 – 20.04)
Алдан төҙөлгән маҡсаттарығыҙға һис уйламаған мәсәьләләр өҫтәлеүе ихтимал. Шаршамбыла бөтөнләй кәрәкмәгән һәм зыянлы кәңәштәр ишетеүегеҙ бар – уларға берүк ышана күрмәгеҙ.
Буға (21.04 – 21.05)
Аҙнаның ҡатмарлы булыуы көтөлә. Алдан төҙөгән маҡсаттарығыҙҙы бойомға ашырыу ҡыйныраҡ булмаҡсы. Яҡшы таныш эштәрегеҙ ауырлыҡ менән барыр. Йондоҙҙар һәр саҡта ла ашыҡмаҫҡа, тыныс булырға ҡуша.
Игеҙәктәр ( 22.05 – 21.06)
Был арала күңел төшөнкөлөгөнә бирелерһегеҙ кеүек. Әйткәндәй, һуңғы арала бындай осраҡтар күбәйеп китте, буғай. Аҙ ғына түҙегеҙ, тиҙҙән һеҙҙең тирәләге хәлдәр ыңғай яҡҡа үҙгәрә башлар. Йомала мөһим һөйләшеү булыуы ихтимал.
Ҡыҫала ( 22.06 – 23.07)
Борсолоу өсөн сәбәптәр табылып ҡына торор. Йондоҙҙар һәр саҡ үҙегеҙҙе «ҡулда» тоторға саҡыра. Был йәһәттән кесе йома бигерәк тә хәүефле. Аралашыуҙа ла йыш ҡына ҡыйынлыҡтар беленеп торор.
Арыҫлан ( 24.07 – 23.08)
Мәл тормошона үҙгәрештәр индерергә теләгәндәр өсөн уңайлы. Ижади кешеләр мотлаҡ уңыр. Бәғзеләрҙең башында өмөтлө фекерҙәр тыуыр. Шаршамбыла ауыҙығыҙҙы йомобораҡ тороғоҙ, яңылыш кәрәкмәгән һүҙ ысҡындырыуҙан һаҡланығыҙ.
Ҡыҙ ( 24.08 – 23.09)
Был арала күптән ҡулланған ысулдар әллә ни ҙур файҙа килтермәҫ. Яңы юлдарҙы эҙләргә кәңәш ителә. Шишәмбелә үҙ көсөгөҙгә ышанмауығыҙ һиҙелер. Был ваҡытлыса ғына. Кесе йомалағы бәхәстәр арҡаһында араларҙы боҙорға тырышмағыҙ.
Үлсәү ( 24.09 – 23.10)
Аҡса менән бәйле мәсьәләләрҙә үтә иғтибарлы булығыҙ. Был арала бурысҡа аҡса йәки милек алмағыҙ. Аҙаҡтан уңайһыҙ хәлдә ҡалыуығыҙ ихтимал. Йондоҙҙар яҡын киләсәктәге үҙгәрештәргә әҙер булырға ҡуша.
Саян ( 24.10 – 22.11)
Аҙна башында ваҡ-төйәк эс бошорғос ваҡиғаларға осрарһығыҙ. Уларға артыҡ иғтибар бирмәй, һайлаған юлығыҙҙан барығыҙ. Һәр хәлдә үҙ көсөгөҙгә ышанығыҙ. Йомала элек боҙолған араларҙы тергеҙеү форсат сығыр.
Уҡсы ( 23.11 – 21.12)
Элек йыш ҡулланылған ысулдарҙың әллә ни файҙаһы теймәҫ. Был көндәрҙә яңы юлдар эҙләргә тура килер кеүек. Кесе йомала ниндәйҙер күптән күңелде ҡырған мәсьәлә ыңғай хәл ителер. Шәмбелә яҡшы хәбәр ишетерһегеҙ.
ӨМӨТБАЙ.