Новое Распределяем каналы MAX по категориям и территориям. Читать новость

«Туғандар» йырының һүҙҙәре



Шатлыҡтар күбәйгәндә
Бүлешәм һеҙҙең менән.
Илдәремде ҡайғы баҫһа,
Туғандар һеҙгә киләм.

Ҡушымта.
Туғандарҙың ҡәҙерен белеп,
Йәшәйек шулай бергә.
Һоҡланырлыҡ матур тормош,
Теләйем, дуҫтар, һеҙгә.

Йән тартмаһа, ҡан тарта ул,
Туғанды булмай һайлап.
Күңелдәрҙә туған өсөн,
Һандуғас торһон һайрап.

Ҡушымта. Шул уҡ.

Нәҫелдәр бер, бабалар бер,
Уртаҡ булһын табындар.
Көнсөллөктәр, яуыз уйҙар,
Урап уҙһын, туғандар.

Ҡушымта. Шул уҡ.
Просмотры: 2 712
Открыть в MAX Сообщить о неточности

Сообщить о неточности

Опишите, что нужно исправить. Если есть источник, добавьте ссылку.

Вы покидаете datool.ru

Ссылка ведёт на внешний сайт. datool.ru не отвечает за его содержимое — проверьте адрес, прежде чем вводить пароли или платёжные данные.

Переход через 10 с

Перейти