«Атай моңо» йырының һүҙҙәре
Мин атайҙың гармун уйнағанын
Йыш ишетәм hуңғы араларҙа,
Уның моңо тула күптән инде
төҙәлгән тип йөр(ө)гән яраларға.
🎶Ҡушымта:
Иҫкә алам бик йыш мин атайҙың
Йырлай-йырлай гармун уйнағанын,
Бик беләһем килә шул гармунды
Уйнағанда ниҙәр уйлағанын.
Атай ҙа юҡ инде, гармун да юҡ,
Тик моңдары ҡалды hағынырға.
Нисә йылдар инде hүрелмәйсә
Шул моң йәшәй миндә сабыр ғына.
🎶Ҡушымта. Шул уҡ.
Онота алмайым мин атайҙың
hуңғы тапҡыр уйнап йырлағанын.
Тик hүҙҙәрен иҫкә төшөрә алмайым,
Ни хаҡында ине йыры уның.
🎶Ҡушымта. Шул уҡ.