Новое Распределяем каналы MAX по категориям и территориям. Читать новость

"Атайыма" йырының һүҙҙәре



Донъяларҙа йәшәү еңел түгел,
Ышаныслы терәк булмаһа.
Һине уттан-һыуҙан ҡотҡарырлыҡ
Ҡурҡыу белмәҫ йөрәк булмаһа..

🎶Ҡушымта:
Яндарымда һин бар, атай,
Ауыр саҡта - һин бар йәнәшә!
Изге күңелең, яҡты ҡояш һымаҡ,
Игелектәр генә өләшә!..


Ҡайһы саҡта ҡорос холоҡло һин,
Ихтыярың тигеҙ ҡоросҡа.
Ғүмерең буйы торорһоң шул һин,
Атай тигән изге бурысҡа.

🎶Ҡушымта. Шул уҡ.

Кәрәк саҡта яҡын кәңәшсе һин,
Әмәл тапмаҫ ҡыйын мәлдәрҙә.
Булғандыр шул үҙеңдең дә
Ҡалған саҡта ҡыйын хәлдәрҙә.

🎶Ҡушымта. Шул уҡ.
Просмотры: 2 547
Открыть в MAX Сообщить о неточности

Сообщить о неточности

Опишите, что нужно исправить. Если есть источник, добавьте ссылку.

Вы покидаете datool.ru

Ссылка ведёт на внешний сайт. datool.ru не отвечает за его содержимое — проверьте адрес, прежде чем вводить пароли или платёжные данные.

Переход через 10 с

Перейти