▶ видео
15 октябргә йондоҙнамә
♈️ Ҡуҙы
Яҡын кеше менән бәхәсләшеү өсөн ниндәй генә сәбәп булһа ла, бөгөн талашмай тороғоҙ, юғиһә эш етдигә — хатта айырылышыуға тиклем барып етергә мөмкин.
♉️ Буға
Көн һөнәри йәһәттән боролошло: һеҙ эшләгән проектты бөгөндән уңышлы тамамланған тип иҫәпләргә мөмкин.
♊️ Игеҙәктәр
Был көндә һеҙҙең юлығыҙҙа барлыҡҡа килгән төрлө ҡаршылыҡтарға иғтибар итмәгеҙ: уларҙы күрмәйенсә, һеҙ уларҙы еңел еңерһегеҙ.
♋️ Ҡыҫала
Көн күптәнге хыялыңды тормошҡа ашырыу өсөн уңайлы: бының өсөн шарттар бар, ә кәйефегеҙ ҡыйыу, тәүәккәл һәм көрәшсән.
♌️ Арыҫлан
Көн төрлө финанс килешеүҙәре өсөн уңышлы — кредит йәки коммуналь түләүҙәр буйынса бурысты ҡапларға, мөһим килешеүҙәргә ҡул ҡуйырға, перспективаға иҫәпләнгән килешеүҙәрҙең эштәрен бөтөрөп ҡуйығыҙ.
♍️ Ҡыҙ
Көндө ике өлөшкә бүлергә, уның тәүге өлөшөн эшкә, ә икенсеһен — кесе йома булыуға ҡарамаҫтан — ялға бағышларға кәңәш ителә: ул сәнғәт менән бәйле булһа, яҡшыраҡ, мәҫәлән, театрға барырға мөмкин.
♎️ Үлсәү
Ун ваҡ, әһәмиәтһеҙ эш урынына көстө берҙән-бер, әммә ҙур һәм етди эшкә йүнәлтеү яҡшыраҡ — һөҙөмтә тирә-яҡтағыларҙы ғына түгел, үҙегеҙҙе лә ғәжәпләндерер.
♏️ Саян
Кәңәштәрҙе тик һеҙҙән һораған осраҡта ғына бирегеҙ, башҡа төрлө хәлдә һеҙ үҙ фекерегеҙ менән бәхетле итергә теләгәндәрҙең әүҙем ҡаршылығына осрарһығыҙ.
♐️ Уҡсы
Яңы проекттарҙы тормошҡа ашыра башламағыҙ — был эш уңышҡа өлгәшмәҫ, уның урынына булған «ҡойроҡтарҙы» тартып бөтөрөргә, шуның менән бергә документтарҙа идеаль тәртип урынлаштырырға кәрәк.
♑️ Ылаҡ
Бөгөн эште беренсе планға ҡуйырға кәрәкмәй, ул, билдәле булыуынса, бүре түгел — урманға ҡасмаҫ — уның урынына яҡындарығыҙға иғтибар бүлегеҙ, улар һеҙҙең иғтибарһыҙлыҡҡа үпкәләгән.
♒️ Һыуғояр
Йондоҙҙар бөгөн күргән төшкә иғтибар итергә ҡәтғи тәҡдим итә — унда ҡатмарлы тормош хәлендә нисек эш итергә кәрәклеге тураһында мөһим ишара булырға мөмкин.
♓️ Балыҡ
Етәкселек менән оҙаҡ уйлаған, ә хәҙер инде тормошҡа ашырырға ҡарар иткән мөһим идеяны тикшергәндә, ашыҡмағыҙ, ҡыҙмағыҙ — тойғолар һеҙгә үҙ хаҡлығығыҙҙы иҫбатларға бер нисек тә ярҙам итмәҫ.