Башҡортостанда тағын бер йәй етә
Бына һиңә мә! +22 градусҡа тиклем йылыта. Башҡортостанда алдағы көндәрҙә термометр бағанаһы +22 градус билдәһендә була. Башгидромет синоптиктары көтөлмәгән фараз бирҙе.
Төбәккә йәйге йылы ҡайта. Асылда, был икенсе әбейҙәр сыуағы. 13 һәм 14 октябрҙә температура +22 градусҡа тиклем күтәреләсәк.
Алдағы көндәрҙә төнгө температура +1-ҙән +9 градусҡа тиклем тәшкил итәсәк. Ҡайһы бер райондарҙа -4 градусҡа тиклем ҡырау төшөүе ихтимал.
Яуым төшөм булмаясаҡ.