Новое Распределяем каналы MAX по категориям и территориям. Читать новость
Бажалар кәбән ҡоя. — видео, канал «Даян Тувальбаев: творчество.» ▶ видео

Бажалар кәбән ҡоя.


Бейә уфтанып ҡуя,
Ҡояш нурҙарын сырмай,
Тик бажалар арымай.
Берәүһе йөрөй башта,
Башҡалар бесән ташлай.
Көн аяҙ, һал да тапа.
Эш ырай, ҡояш бата.
Яланда тора кәбән.
Хуш еҫле, еләк менән.
Эсе тулы сәскәләр.
Ергә һәнәк сәнсәләр -
Бажалар эшен бөттө.
Һиҙҙермәй ваҡыт үтте -
Кәбән ҡойғандар һирәк.
Яланда мең түңәрәк.
Тимер ат ташый, саба
Үткәндә - ағас арба.
Бажалар ҙа юҡ хәҙер.
Әҙергә лә юҡ ҡәҙер.
Бесән ҡайта саң ҡатыш.
Мал үрсей, бара ярыш.
Йәй артынан йәй үтә,
Ҡояш йылытмай - өтә.
Ямғыры наҙлап яумай -
Йылға таштырып китә.
Юҡ бажа ла.
Юҡ нужа.
Был тормошҡа беҙ түгел.
Беҙҙең теләктәр хужа.
Просмотры: 157
Открыть в MAX Сообщить о неточности

Сообщить о неточности

Опишите, что нужно исправить. Если есть источник, добавьте ссылку.

Вы покидаете datool.ru

Ссылка ведёт на внешний сайт. datool.ru не отвечает за его содержимое — проверьте адрес, прежде чем вводить пароли или платёжные данные.

Переход через 10 с

Перейти