Загружаем изображение…
Ҡартатайым тора ҡапҡала.
Кемде генә көтөп ала?
Һыу ҙа эсмәй, алмай ҡапҡылап,
Ҡапҡа бауын тора тартҡылап.
Ҡулдарында таяҡ, ә күкрәктә миҙал.
Миңә онотмаҫлыҡ миҫал.
Ҡартатайым көләс, түгел уҫал.
Дәү һындары, сәстәре сал.
Күңелдәрҙе биҙрәткәндә был таш ҡала.
Ҡартатайҙы күрәм ҡапҡала...