Тормошоғоҙ көтөлмәгән яҡшы һәм матур яңылыҡтарға тулы булһын 🦋
Был ғәжәйеп күренеш Дәүләкән районындағы "Асылыкүл" тәбиғәт паркында теркәлгән: октябрь айы булыуға ҡарамаҫтан, көндөҙгө тауис күҙе (Aglais io) тип аталған күбәләк терелеп сыҡҡан. Уны тәбиғәт паркы начальнигы Гүзәл Ғилманова төшөргән.
Баҡтиһәң, был күбәләк ошолай ҡанатланған хәлдә лә ҡышлай ала һәм көндәр йылыныу менән терелеп китә икән.