📌 "РМЛИ-ға юл" олимпиадаһына өҫтәмә теркәлеү иғлан ителгән.
Мәктәп уҡыусыларынан һәм уларҙың ата-әсәләренән ошо хаҡта үтенестәр күп килгән, шуға олимпиаданың төп көндәрендә ҡатнаша алмаған 5-се, 6-сы, 7-се һәм 9-сы класс уҡыусылары өсөн өҫтәмә теркәлеү иғлан ителгән.
🔥 "РМЛИ-ға юл" республика олимпиадаһында ҡатнашырға теләүселәр өҫтәмә дистанцион этапҡа 2026 йылдың 5, 6 һәм 7 ноябрендә теркәлә аласаҡ.
📍 Өҫтәмә дистанцион этап түбәндәге осорҙа үтә:
🔹 10 ноябрҙә - 5-се класс уҡыусылары;
🔹 11 ноябрҙә - 6-сы класс уҡыусылары;
🔹 12-се ноябрҙә - 7-се класс уҡыусылары;
🔹 13 ноябрҙә - 9-сы класс уҡыусылары көс һынай.
"РМЛИ-ға юл" олимпиадаһы математика, логик һәм аналитик фекерләү, үҙенсәлекле мәсьәләләр сисеүгә һәләттәре булған балалар өсөн ойошторола. Артабан улар араһынан иң яҡшыларын 2027 йылда асыласаҡ Б. Рәмиев исемендәге Республика математика лицей-интернатына уҡырға алырға ниәтләйҙәр.
📍 Олимпиадаға теркәлеү.
👍 Шәп лицейҙа белем алыу мөмкинлеген ысҡындырмағыҙ!
my.sirius.online