📌 Икмәк байрамы үткән
Бөтә донъя икмәк көнөндә Баймаҡта Икмәк байрамы үткән. Бала саҡтан бер валсығын ла төшөрмәй тәмләп ашаған төп ризығыбыҙға арналған сара барыһына ла хуш килгән.
🥨 Байрамда яңы бешкән икмәктең ниндәй генә төрҙәре булмаған! Хатта мейес ҡуйып, бешереп торғандар. Баймаҡтар булдыра инде, афариндар.🔥
🥖 Сараға БР ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ирек Сураков килгән.
💯 "Бындай байрамдар беҙгә кешенең хеҙмәтен баһаларға, икмәкте хөрмәт итергә һәм хеҙмәте менән илде тотоп торған кешеләрҙе ихтирам итергә өйрәтә. Был сара беҙҙең өсөн ошондай кимәлдәге тәүгеһе һәм йолаға әүерелер, тип ышанам. Сөнки Баймаҡ районы хаҡлы рәүештә иген йыйыу буйынса алдынғы райондарҙың береһе",
- тип яҙған Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов.
🥐 Икмәк байрамын билдәле тележурналист, яҡташтары Рита Өмөтбаева тәҡдиме менән ойошторғандар. Баймаҡтың матур бер бренд сараһына әүерелер, тип ышанабыҙ.