Новое Распределяем каналы MAX по категориям и территориям. Читать новость

Атайҙар көнө менән! 🌻



Был матур байрамда 2026 йылда "Атайлыҡ ҡаһарманлығы" VII республика конкурсында еңеүселәрҙең береһе Ринат Табылдин менән таныштырғыбыҙ килә.

🔹 Ғафури районы Красноусол ауылында йәшәүсе Ринат Ғиниәт улы ҙур ғаилә башлығы. Тормош иптәше Ләйсән Ислам ҡыҙы менән 9 балаға ғүмер биргәндәр, бөгөн 8 ейән-ейәнсәргә өләсәй-олатай булғандар.

🔹 Табылдиндарҙың өлгөлө ғаиләһе быға тиклем дә төрлө конкурстарҙа еңеү яулап торған. 1999 йылда Ринат Ғиниәт улы "Отец-молодец" тигән район конкурсында Гран-при яулаған, ә 2001 йылда "Йәш ғаилә" республика конкурсында еңгәндәр.

🔹 Табылдиндар тормошта һис юғалып ҡала торғандарҙан түгел. Улдары Азамат сир менән тыуғас, улар инвалидтарға ярҙам фонды аса һәм уның эргәһендә "Өмөт нуры" һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн үҫеш үҙәге эшләй башлай. Ғафури районындағы утыҙлаған ғаиләне берләштерәләр, әүҙем эшләйҙәр.

🔹 Ринат Табылдин һөнәр юлын ауыр йөк машиналарын йөрөтөүсе булып башлап, физкультура уҡытыусыһы һөнәрен үҙләштереп, һуңынан Стәрлетамаҡ ҡалаһында автобус водителе булып эшкә төшә һәм бөгөнгәсә шунда хеҙмәт итә. Исеме Почет таҡтаһынан төшмәй, ти яҡташтары.

🔸 Табылдиндарҙың өлкән ҡыҙы Әлиә күптән үҙ ғаиләһен ҡорған һәм үҙе 5 малай әсәһе. Үҙенең теген студияһы бар, ирекмәндәр менән МХО яугирҙарына эс кейеме тегеп, ярҙам да итә.
🔸 Ә бына улдары Илшат нефть компанияһында эшләп, МХО-ға юлланған, әле хәрби хеҙмәт үтәй. Ул да ғаиләле, ҡыҙҙары бар.
🔸 Өсөнсө улдары Йәмил ике ул атаһы, ғаилә бизнесы бар.
🔸 Рамаҙан - СДПУ-ны тамамлаған, ул да ғаиләле, туристик фирмала эшләй.
🔸 Айнур һәм Арыҫлан улдары Стәрлетамаҡ төҙөлөш колледжында белем алып, тырышып эшләп йөрөйҙәр.
🔸 Ҡыҙҙары Миләүшә - юрист, тормош иптәше менән туристик базаларҙың береһендә эшләйҙәр.
🔸 Улдары Азамат өйҙә белем ала, ә иң кесе улдары Мираҫбай - мәктәп уҡыусыһы.
🔸 Табылдиндар өҫтәүенә 2007-2015 йылдарҙа 4 етем баланы тәрбиәләп, аяҡҡа баҫтыра.

Был ҙур ғаилә башлығы Ринат Ғиниәт улы улдарына үрнәк - яуаплы, эшһөйәр, иғтибарлы, позитив.

Бына шундай атайҙар бар Башҡортостанда!🔥
Просмотры: 206
Открыть в MAX Сообщить о неточности

Сообщить о неточности

Опишите, что нужно исправить. Если есть источник, добавьте ссылку.

Вы покидаете datool.ru

Ссылка ведёт на внешний сайт. datool.ru не отвечает за его содержимое — проверьте адрес, прежде чем вводить пароли или платёжные данные.

Переход через 10 с

Перейти