📌 "Сулпылар ни тураһында сыңлай. Башҡорт кейеме биҙәлеше" китабының исем туйы үтте.
🔹 Сара БР Милли музейында ойошторолдо. Китап авторы Айгөл Камалиева үҙе үткәргән тикшеренеү тураһында һөйләгән: ул биҙәүестәрҙең антропологик һәм семиотик мәғәнәһен ентекләп өйрәнгән һәм "Урал батыр" эпосы менән параллелдәр үткәргән. Уның һүҙҙәренсә, һәр биҙәү берәмеге Йыһандың өс өлөшкә бүленеүенә ишаралай.
🔹 Был үҙенсәлекле һәм башҡорт милли кейемен өйрәнеүҙә әһәмиәтле хеҙмәткә арналған сарала БР Киң мәғлүмәт саралары һәм матбуғат агентлығы етәксеһе Максим Ульчев, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры Зөһрә Рәхмәтуллина һәм башҡа ғалимдар, милли кейем оҫталары, дизайнерҙар ҡатнашҡан.
🔹 "Сулпылар ни тураһында сыңлай. Башҡорт кейеме биҙәлеше" китабын Өфөләге "Китап" магазинында һатып алырға була.