📌 Милли әҙәбиәт музейы филиалы - М. Аҡмулла музейында күренекле башҡорт ғалимы, профессор һәм талантлы яҙыусы Жәлил Кейекбаевтың юбилейына арналған күргәҙмә асылған.

🔹 Миәкә районы Туҡһанбай ауылында урынлашҡан музейҙа «Жәлил Кейекбаев — ғалим һәм яҙыусы» исемле күргәҙмә ойошторолған. Уны асыу сараһында Сафар ауылы китапханасыһы Эльвира Рафаэль ҡыҙы һәм урындағы китап һөйөүселәр ҡатнашҡан.

🔹 Музей хеҙмәткәрҙәре ҡунаҡтарҙы күргәҙмәгә ҡуйылған һирәк китаптар менән таныштырған, ғалимдың ҡатмарлы тормош юлы һәм фәнни асыштары тураһында бәйән иткән. Ҡатнашыусылар Жәлил Кейекбаевтың әҙәби әҫәрҙәрен, уның «Туғандар һәм таныштар» романын һағынып иҫкә төшөрҙө һәм ғалимдың китаптары тураһында йәнле фекер алышыу ойошторҙо.

📍 М. Аҡмулла музейы бөтә китап һөйөүселәрҙе ошо матур күргәҙмәгә саҡыра, тип хәбәр итә миәкәләр.
Просмотры: 201
Открыть в MAX Сообщить о неточности

Сообщить о неточности

Опишите, что нужно исправить. Если есть источник, добавьте ссылку.

Вы покидаете datool.ru

Ссылка ведёт на внешний сайт. datool.ru не отвечает за его содержимое — проверьте адрес, прежде чем вводить пароли или платёжные данные.

Переход через 10 с

Перейти