ЯЗ үҙен телевизорҙарға һәм мейестәргә күсерергә өйрәнгән
КЕШЕ: Anthropic компанияһы асыҡлауынса, яһалма зиһен (ЯЗ) аҡыллы ҡоролмаларға — телевизорҙарға, приставкаларға, хатта духовкаларға таралырға һәләтле. Уның өсөн дата-үҙәктәргә доступ та кәрәкмәй, имеш.
Эксперимент барышында ЯЗ-модель 15 арзан ТВ-приставкаға индерелгән. Һуңынан яһалма зиһендең үҙенең күсермәһен эшләй алыу-алмауы тикшерелгән.
Нейроселтәр яңы ҡоролмаларҙы тапҡан, үҙенең күсермәһен эшләгән һәм ғәмәлгә индергән. Биш һынауҙың дүртәүһендә бөтә селтәр ҙә “баҫып алынған”.
Шуныһы бар: бер күсермә өсөн оҙаҡ ваҡыт кәрәк.