Һүҙемде шаяртып һәм яратып, бер юморҙан - йомро һүҙҙән башлағым килә.
...Башҡортостанда башҡорттар, рустар, сыуаштар, удмурттар... һәм баймаҡтар йәшәй)🥰
Баймаҡтарҙың Өфөләге осрашыуы дан үтте. Ҡайҙа Баймаҡ, шунда рух, тигән һүҙ ҙә, кинәйә лә күп ишетелде ул кисәлә. Шәп, баймаҡтар!
Дәртегеҙҙе, һәләтегеҙҙе, тарихҡа хөрмәт, һаҡсыллыҡ һәм етди ҡарашығыҙҙы башҡаларға ла нығыраҡ йоҡтороғоҙ әле)))
И марканы тотоғоҙ! Хәҙерге баймаҡтар ужы не те... тип көлөргә бирмәгеҙ.
Просмотры: 13