Барыһы ла еңеү өсөн!
Был лозунг бөгөн ҙур көскә эйә һәм бик күп нәмә аңлата. Дөйөм маҡсат менән берләшкән бөтә илебеҙ халҡы махсус хәрби операция биләмәһендә үҙ бурысын үтәгән хәрби хеҙмәткәрҙәргә һәр яҡлап ярҙам күрһәтә. Дәүләтҡолдар ҙа ситтә ҡалмай, кәрәкле әйберҙәр, аҙыҡ-түлек һәм дарыуҙар йыйыу буйынса «Һалдатҡа посылка» акцияһында әүҙем ҡатнаша.
Кисә Дәүләтҡол клубында мөһим сара үтте: ауыл халҡы йыйылып, МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам һорап доға ҡылды. Был көндө һәр кем хәйер итеп, ҡулынан килгәнсә аҡса алып килде. Күптәр үҙ теләге менән был хәйриә ярҙамын әлеге ваҡытта өйҙән алыҫ хеҙмәт иткәндәр өсөн күрһәтә.
Бөтә йыйылған аҡса Тыуған илебеҙ һағында торғандар өсөн иң кәрәкле әйберҙәр һатып алыуға йүнәлтеләсәк. Бынан тыш, клубта хәрбиҙәр өсөн маскировка селтәре үреү дауам итә. Әҙер селтәрҙәр Корнеевка ауыл биләмәһе хакимиәтенә гуманитар ярҙам ойоштороу һәм ебәреү өсөн тапшырыла.
Хәҙисә Низамова.