Новое Распределяем каналы MAX по категориям и территориям. Читать новость

Көҙгө урман...Ҡарағайҙар гүйә


‎Яҙҙа тороп ҡалған, аҙашып,
‎Ә ҡайындар - фәрештәләй тора
‎Ҡанаттары күккә олғашып.
‎
‎Аяғаҫты - юрған, күбәләктәр:
‎Йәшел, һары көрән төҫтәрҙә.
‎Шул юрғанды көҙгө илаҡ ямғыр
‎Йыуып йыуа, бирелеп хистәргә.
‎
‎Кемдер китә, кемдер килә был мәл,
‎Япраҡ төшкәс бөрө ҡыуана.
‎Тәбиғәтең үҙе ҡанундары:
‎Рашҡы яуа, көндәр һыуына.
‎
‎Илай-илай миҙгел алмашына,
‎Аҙаҡ сафлыҡ баҫа бар ерҙе.
‎Ауырлыҡтар аша килгән уңыш
‎Ҡәҙерле шул, бигерәк ҡәҙерле.Хәлиҙә Шәйәхмәтова.
Просмотры: 112
Открыть в MAX Сообщить о неточности

Сообщить о неточности

Опишите, что нужно исправить. Если есть источник, добавьте ссылку.

Вы покидаете datool.ru

Ссылка ведёт на внешний сайт. datool.ru не отвечает за его содержимое — проверьте адрес, прежде чем вводить пароли или платёжные данные.

Переход через 10 с

Перейти