Новое Распределяем каналы MAX по категориям и территориям. Читать новость

Кеше көн һайын яҡынса 20 мең аҙым эшләй. Был һан бер йылда 7…

Кеше көн һайын яҡынса 20 мең аҙым эшләй. Был һан бер йылда 7 миллионға тиклем, ә 70 йыл эсендә 500 миллионға барып баҫа! Тимәк, беҙ үҙ ғүмеребеҙҙә Ер шарын экватор буйлап 9 тапҡыр әйләнеп сығыр йәки Ерҙән Айға тиклем араны үтә алыр инек.

* Һөйләшеүгә күпме ваҡытығыҙ китә, беләһегеҙме? Америка ғалимдарының иҫәпләүе буйынса, кеше көн һайын бер сәғәт, ә ғүмере дауамында ике йыл ярым тирәһе һөйләшә. Әгәр һөйләгәндәребеҙҙе яҙып барһаҡ, һәр береһе 400 битлек мең том килеп сығасаҡ.

* Дөм ҡараңғыла бер минут торғандан һуң күҙҙең яҡтылыҡҡа һиҙгерлеге 10 тапҡыр арта, 20 минуттан һуң — 6 мең тапҡыр, ә 40 минуттан — 25 мең тапҡыр. Шуға күрә кеше төндә шәм яҡтыһын 20 саҡрым алыҫлыҡтан да күрә ала.

* Кеше мейеһе 20 миллиард нервы күҙәнәктәренән тора һәм көн һайын 86 миллион бит мәғлүмәт үҙләштерергә һәләтле. Ғүмер аҙағынаса беҙҙең хәтер 100 триллион бит мәғлүмәт һаҡлай ала!

* Кеше организмындағы тимер бәләкәй ҡул сәғәтенең кескәй генә бер шөрөбөн эшләргә етер ине.
Просмотры: 212
Открыть в MAX Сообщить о неточности

Сообщить о неточности

Опишите, что нужно исправить. Если есть источник, добавьте ссылку.

Вы покидаете datool.ru

Ссылка ведёт на внешний сайт. datool.ru не отвечает за его содержимое — проверьте адрес, прежде чем вводить пароли или платёжные данные.

Переход через 10 с

Перейти