ЙОРТТО, ҠАРАЛТЫ-ҠУРАНЫ ТӨРЛӨ БӘЛӘ-ҠАЗАЛАРҘАН, ҠАЙҒЫ-ХӘСРӘТТӘРҘӘН ҺАҠЛАУ ӨСӨН УҠЫЛА ТОРҒАН ДОҒА
Доға ҡылыр алдынан тәһәрәтле булыу, ҡибла яғына ҡарап, ҡулдарҙы күтәреү хуп күрелә.
Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
«Әлхәмдү лилләһи Раббил-ғәләмиин. Әс-саләтү үәс-сәләмү ғәлә рәсүлинә Мөхәммәдин үә ғәлә әәлиһи үә әсхабиһи әжмәғиин. Аллаһүммә Раббәнә әңзилнә мүңзәләм-мүбәракәү үә әнтә хайруль-мүңзилиин».
Йә, рәхимле, шәфҡәтле Раббым! Ерҙәр ҙә, күктәр ҙә, бөтә ғаләмдәр ҙә Һинең әмереңә буйһона! Барлыҡ шатлыҡтар ҙа, ҡайғы-хәсрәттәр ҙә Һинең ҡөҙрәтеңдә!
Йә, Раббым! Һин теләгән бәндәләреңә, Һин теләгән ерҙәргә бәрәкәтеңде иңдерәһең. Теләһәң, ул бәрәкәттәрҙе кире алаһың.
Йә, Раббым Аллаһ! Ғүмерҙе лә, һаулыҡты ла, йәшәү өсөн барлыҡ мөмкинлектәрҙе лә Һин генә Үҙеңдең рәхмәтең менән бирәһең. Бына ошо йортто ла беҙҙең ғаиләгә насип итеп, беҙҙе Үҙ рәхмәтең менән бүләкләнең.
Йә, Раббым! Ошо йортҡа, ошо нигеҙгә Үҙ бәрәкәтеңде, рәхмәтеңде, нурыңды һәм һаҡлаусы фәрештәләреңде иңдер.
Ошо йортта йәшәүселәрҙең тәндәренә һаулыҡ, йәндәренә тыныслыҡ, күңелдәренә иман нуры бир. Улар араһына мөхәббәт, татыулыҡ һәм берҙәмлек һал.
Ил-көн тыныслығында, ҡайғы-хәсрәт күрмәйенсә, бер-береһен хөрмәт итеп, бәхетле ғүмер кисереүҙәрен насип ит.
Просмотры: 257