24 октябрь Баймаҡ районы уҡсылары Əбйəлил районында милли йəйəнəн уҡ атыу турнирында ҡатнашып сираттағы еңеү менән ҡайттылар.
Финалда ир-егеттəрҙең 30 метрҙан "Жамбы" сəбенə атыу һөҙөмтəһендә Рахманғолов Ғəфүр 3-сө урын алыуға өлгəште.
Ошо байрам сиктəрендə июнь айында башланып киткəн Мəргəн кубогының 5-се этабы үтте. 93 метрҙан башҡорт сəбе "Көмбəҙгə" атып иң оҫта уҡсыларҙы асыҡланылар. Еңеүселəр баҫҡысына Рахманғолов Ғəфүр 1 урын алып, ə Мырҙағəлин Илфат 3 урын алып менеп баҫты.
Шулай уҡ махсус бүлəктəр өсөн атыштарҙа яңы башлаусы уҡсы Мавлютов Фəрит еңеүгə өлгəште.
Уҡсыларыбыҙға был милли спорт төрөнә тоғро ҡалып, ярыштарҙа Баймаҡ районы исеменән лайыҡлы сығыш яһап, тыуған еренең изге исемен яҡлаған өсөн рәхмәт белдерәбеҙ!
24 октября лучники Баймакского района приняли участие в национальном турнире по стрельбе из лука в Абзелиловском районе и одержали очередную победу.
Благодарим наших лучников за преданность спорту и за то, что из раза в раз достойно представляют Баймакский район на состязаниях, защищают доброе имя родного края!
Источник: Открыть
Просмотры: 140