23 октябрҙә Өфө ҡалаһының Мостай Кәрим исемендәге башҡорт…

23 октябрҙә Өфө ҡалаһының Мостай Кәрим исемендәге башҡорт гимназияһында «Мостай уҡыуҙары» төбәк-ара әҙәби-ижади конкурсында ҡатнашыусыларҙы һәм еңеүселәрҙе билдәләнеләр. Төрлө райондарҙан уҡыусылар һәм уҡытыусылар ҡатнашты.

«Яһалма зиһен ярҙамында Мостай Кәримде һәм уның әҫәрҙәре геройҙарын йәнләндереү» номинацияһында Баймаҡ ҡалаһының 1-се мәктәп уҡыусыһы Рәхимов Раян (етәксеһе - Рәхимова З.Р.) һәм ҡаланың 4-се лицей уҡыусыһы Томаншин Сынбулат (етәксеһе - Мырҙағәлина-Иҫәнбаева Л.А.) призёр тип табылды.

«Мостай Кәрим мираҫы беҙҙең ғаиләлә быуаттар аша» ижади эштәр конкурсында ҡаланың 4-се лицей уҡыусыһы Мырҙағәлина Әмилә (етәксеһе - Мырҙағәлина-Иҫәнбаева Л.А.) призёр тип билдәләнде.

Уҡытыусылар араһынан Ниғәмәт ауылы мәктәбе уҡытыусыһы Ишмырҙина Сәриә Иштуған ҡыҙы еңеүсе тип табылды.

Әлфиә Мостафа ҡыҙы осрашыуҙың йылы хәтирәһе һәм иҫтәлек билдәһе итеп һәр ҡатнашыусыға Мостай Кәрим исемендәге фондтан иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.



Источник: Открыть
Просмотры: 279
Открыть в MAX Сообщить о неточности

Сообщить о неточности

Опишите, что нужно исправить. Если есть источник, добавьте ссылку.

Вы покидаете datool.ru

Ссылка ведёт на внешний сайт. datool.ru не отвечает за его содержимое — проверьте адрес, прежде чем вводить пароли или платёжные данные.

Переход через 10 с

Перейти