Үткәнен онотҡан халыҡтың - киләсәге юҡ, - ти әбештәр:
"Оло Әбеш ауылында, Парапал тауы итәгендә матур, тарихи күҙлектән ҡарағанда ҙур әһәмиәткә эйә булған артобъект асылды. Ул заманында Әбеш ауыл биләмәһе ауылдарын үҙ эсенә алған, кешеләрҙе эш һәм аш менән тәьмин итеп торған "Һаҡмар" колхозы хеҙмәтсәндәренә арналды.
Был объект тарих, үткәнебеҙ онотолмаһын, йәш, үҫеп килгән быуынға иҫтәлек ҡалһын тигән маҡсатта эшләнде.
Ауыл хакимиәте башлығы Т.М.Юнусов үҙенен сығышында "Һаҡмар" колхозының барлыҡҡа килеү тарихына, билдәле кешеләренә туҡталып китте. Мәҫәлән: тәүге механизатор Әхмәтғәлим Хәйбуллин, тәүге комбайнер Нуриман Әминев, тәүге шофер Шәмситдин Үзбәков булған. Трактористар Тимерйән Хәйбуллин, Тимербулат Илембәтов, Сөләймән Әминев, Рәшит Ласынов, Әйүп Күскилдин, Рамаҙан Күскилдин, Ғәбит Наҙарғолов һ.б. колхоздың алдынғылары рәтендә көнө-төнө эшләгәндәр. Һауынсылар Хәкимә Хәкимова, Зарифа Илембетова, Фәриғә Илембетова, Вәлимә Ҡыҙрасова, Роза Торошова, Хаят Ильясовалар һәм башҡа малсылар фиҙәҡәр хеҙмәттәре менән илде аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеүгә өлөш индергәндәр.
Хәтер мәңгелек, үткәндәребеҙҙе онотмай унан фәһем алып, киләсәккә яҡты пландар ҡороп йәшәйек".
Просмотры: 50