Хәйбулла районының Беренсе Мырҙа ауылы халҡы күмәкләп Арсен Ниғәмәтовты әрме хеҙмәтенә оҙатҡан.
-Егеттең туғандары, дуҫтары клубҡа йыйылып, рәхәтләнеп бейене, уйындар уйнаны. Буласаҡ һалдатҡа һәр кем ихлас йөрәктән сыҡҡан теләктәрен әйтеп, төплө кәңәштәр биреп оҙатҡан. Был иҫтәлекле көндөң йылылығы уны йыл буйына йылытып торһон. Тыуған еренә, яҡындары янына ысын ир-егеттәр мәктәбен үтеп, имен-аман әйләнеп ҡайтырға яҙһын!" - тип хәбәр итә түшауылдар.
Просмотры: 63