Новое Распределяем каналы MAX по категориям и территориям. Читать новость

🤲 Таҙалыҡтың ете ҡағиҙәһе



🌀 "Ҡул таҙалығы"
Был артыҡты алмауҙы, кешенекенә теймәүҙе аңлата. Шулай уҡ был килемеңдең бер өлөшөн хәйер итеп таратыу фарызлығына ишара.

🌀 "Ҡолаҡтарҙың таҙалығы"
Был ҡурҡаҡ, яман телле, ығы-зығылы һ.б. кешеләргә ҡолаҡ һалмаҫҡа, шулай уҡ ғәйбәт, әшәке һәм буш һүҙҙәрҙе тыңламаҫҡа кәрәклеген аңлата.

🌀 "Күҙ таҙалығы"
Күҙҙәрҙе нәфрәттән, яманлыҡтан, көнләшеүҙән, нәфсенән тыйырға кәрәк.

🌀 "Тел таҙалығы"
Был иһә артыҡ күп һүҙлелектән, әшәке һүҙҙәрҙән һаҡланырға кәрәклеккә ишара.

🌀 "Тән һәм кейем таҙалығы"
"Сәләмәт тәндә - сәләмәт рух", "Ағас күрке - япраҡ, әҙәм күрке - сепрәк".

🌀 "Уй-фекер таҙалығы"
Ҡараңғы уйҙар, насар теләктәр менән башыңды ауырайтыуҙан тыйылырға. Был, шулай уҡ, үҙ-үҙеңде йәлләүҙән өҫтөн булырға тигәнде лә аңлата. Үҙеңде юҡҡа йәлләп ваҡыт әрәм иткәнсе, изге теләк менән күңелеңде күтәр!

🌀 "Күңел һәм йөрәк таҙалығы"
Күңел ынтылыштарына, йөрәк ҡағыныуҙарына һаҡсыл булырға, иғтибарһыҙ ҡалдырмаҫҡа. Тәүфиҡлы бул Һөйәһең икән, ысын күңелдән һөй. Кешелеклелек, мөхәббәт, тыныс аҡыл - бына нимәлә бәхет асҡысы.
Просмотры: 75
Открыть в MAX Сообщить о неточности

Сообщить о неточности

Опишите, что нужно исправить. Если есть источник, добавьте ссылку.

Вы покидаете datool.ru

Ссылка ведёт на внешний сайт. datool.ru не отвечает за его содержимое — проверьте адрес, прежде чем вводить пароли или платёжные данные.

Переход через 10 с

Перейти