Новое Распределяем каналы MAX по категориям и территориям. Читать новость

14-15 октябрҙә Өфөлә Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеге йылына арналған…

14-15 октябрҙә Өфөлә Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеге йылына арналған «Ислам идеалдары һәм ҡиммәттәре» Халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһы үтте. Форумда руханиҙар, ғилми-эксперт берләшмәһе вәкилдәре һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты.

Был мөһим ваҡиға сиктәрендә Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе, юғары мөфтөй Тәлғәт Сафа улы Тажетдин саҡырыуы буйынса тантаналы сараға Сибайҙан Лариса Хәтмуллина һәм уның килене Фидәлиә Хәтмуллина саҡырылды.

Дини сарала мөфтөй махсус хәрби операция барышында батырҙарса һәләк булған «Сибай» халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы Илнар Хәтмуллиндың әсәһенә һәм ҡатынына «Иман һәм хөрмәт» орденын тапшырҙы.

Артабан Илнар Илдар улының тормошона һәм батырлығына арналған «Герой бейеүе» документаль фильмын (режиссеры — Радик Килмәмәтов) ҡарап, уны хөрмәтләп иҫкә алды.
Просмотры: 105
Открыть в MAX Сообщить о неточности

Сообщить о неточности

Опишите, что нужно исправить. Если есть источник, добавьте ссылку.

Вы покидаете datool.ru

Ссылка ведёт на внешний сайт. datool.ru не отвечает за его содержимое — проверьте адрес, прежде чем вводить пароли или платёжные данные.

Переход через 10 с

Перейти