❗️ Башҡортостанда 6 ноябрҙә урыны менән секундына 26 метр тиҙлектә көслө ел иҫеүе көтөлә.
🌧 Синоптиктар иҫкәртеүенсә, төбәктә епшек ҡар һәм ҡар ҡатыш ямғыр яуасаҡ, сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыясаҡ, буран сығысаҡ. Юлдарҙа ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ, 500 метрға тиклем күреү мөмкинлегенең насарайыуы көтөлә.
Ә. Мансурова фотоһы.