Үзбәкстан менән хеҙмәттәшлекте Стәрлетамаҡ егете нығыта
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың төп маҡсаттарының береһе республикабыҙҙы төрлө инвестициялар йәлеп итеп үҫтереү. Әйтергә кәрәк, был өлкәлә уҙған һигеҙ йылда шаҡтай алға китеш бар. Сит ил партнерҙары беҙҙә яңы объекттар аса, ә төбәк бизнесы уларҙа үҙ эшен киңәйтә. Сеймал, тауар етештереү, сауҙа һәм, әлбиттә, рухи күпер. Былар барыһы ла яйлап нығына. Мәҫәлән, Үзбәкстан менән дуҫтарса мөнәсәбәт нығынды. Ошо уңышты булдырыуҙа Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Федерацияһының Үзбәкстандағы Сауҙа вәкиллеге ҡарамағындағы вәкиллеге мөһим роль уйнай. Әйткәндәй, рухи һәм матди күперҙе тоташтырыусы органды яҡташыбыҙ, сығышы менән Стәрлетамаҡтан булған Альберт ШӘЙХЕТДИНОВ етәкләй. Халыҡтар дуҫлығы йылында, инвестициялар күләменең үҫеүен дә күҙ уңында тотоп, Альберт Наил улы менән видеобәйләнеш аша әңгәмә ҡорҙоҡ. Һөйләшеүҙе һеҙҙең иғтибарға ла тәҡдим итәбеҙ.
https://ashkadar.com/news/sayasat/2026-10-28/zb-kstan-men-n-he-m-tt-shlekte-st-rletama-egete-ny-yta-4857744