Йылы итеп яҙалар...
Гөлнур Ҡолһарина, РФ Дәүләт Думаһы депутаты:
- Гәзит ул яңылыҡ еткереүсе генә түгел, һәр ваҡыт халыҡ менән власть органдары араһында тоташтырыусы күпер булды һәм булып ҡала.
"Ашҡаҙар" гәзитен интернет киңлектарендә һәм ҡулға төшкәндә ҡағыҙ вариантын да уҡып барам. Гәзиттә махсус хәрби операция геройҙары хаҡындағы яҙмалар оҡшай. Журналистар нисектер улар хаҡында йылы, ябай итеп яҙа белә. Ҙур рәхмәт!
Әйткәндәй, Стәрлетамаҡта йәшәүсе МХО ветерандары ғаиләләренә 2027 йылға ун дана"Ашҡаҙар" гәзитенә яҙҙырҙым. Быны маҡтаныр өсөн әйтмәйем, ҡалала һәр етәксе үҙ урынында яугирҙарыбыҙға, уларҙың ғаиләләренә, матбуғатҡа ярҙам итеү буйынса ҡулынан килгәнсә өлөш индерергә тейеш тип уйлайым. Һәммәгеҙҙе лә ошо матур акцияға ҡушылырға саҡырам!