Новое Распределяем каналы MAX по категориям и территориям. Читать новость

Әҙәмдәрҙең төрлөһө бар яҡшыһы ла,


Үҙен генә яҡшы тигән яманы ла.
Ғәйепһеҙҙә ғәйеп эҙләй торғаны ла,
Дуҫ тигәнең дошманыңа һатҡаны  ла.
Сит - яттарҙың ярҙам ҡулы һуҙғаны ла,
Танышыңдың сәләм бирмәй уҙғаны ла.
Матур һөйләп күҙгә ҡарап типкәне лә,
Асыу тотмай югереп килеп үпкәне лә.
Был доньяла буталдылар барыһы ла,
Әсәләрен үҙ йортонан ҡыуғаны ла.
Ғәфү һорап балауыҙын һуҙғаны ла,
Балаларын йәлләмәйсә ташлаусы ла.
Туғандарҙы туған итмәй торғаны ла,
Яҡындарын онотоусы байҙары ла.
Һуңғы тәңкәһен биреүсе ярлыһы ла,
Үҙ теленән оялыусы башҡорто ла.
Был доньяла буталдылар барыһы ла,
Намаҙына ваҡыты тар булғаны ла.
Аллаһының динен һатҡан ҡолдары ла,
Иле,дине , ере өсөн янғаны ла.
Әҙәмдәрҙең төрлөһө бар матуры ла,
Матурлығын һаҡламаған насары ла.
Йәш сағында татуаждар һыҙыусының,
Насар инде хәҙер уның ҡаштары ла.
Был доньяла буталдылар барыһы ла,
Бер туғандар дошман булып йәшәүселәр,
Аҡса өсөн йорт нигеҙен бүлеүселәр,
Күбәйҙеләр үсегешеп йөрөүселәр.

Фәниә Сыңғыҙова(Мөхәмәтшина)
Просмотры: 100
Открыть в MAX Сообщить о неточности

Сообщить о неточности

Опишите, что нужно исправить. Если есть источник, добавьте ссылку.

Вы покидаете datool.ru

Ссылка ведёт на внешний сайт. datool.ru не отвечает за его содержимое — проверьте адрес, прежде чем вводить пароли или платёжные данные.

Переход через 10 с

Перейти