❗️ Радий Хәбиров менән тура бәйләнеш ойошторола
11 ноябрҙә, 19:00 сәғәттә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика халҡының һорауҙарына яуап бирә. Был хаҡта ул бөгөн Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә хәбәр итте.
Төбәк етәксеһе халыҡтың һорауҙарҙы алдан ебәреү мөмкинлеге булырға тейешлеген билдәләне.
📌 Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр ҙа тура бәйләнеш 11 ноябрҙә үтте. Ул яҡынса 4 сәғәт дауам итте, Радий Хәбиров 60-тан ашыу һорауға яуап бирҙе.
Иң күп күтәрелгән темалар араһында юлдарҙы ремонтлау, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, ауыл хужалығын үҫтереү һәм башҡа көнүҙәк мәсьәләләр булды.
Просмотры: 77