Атайҙар көнө алдынан Архангел районы Абҙан ауылы мәктәбендә атайҙарға арналған аҙналыҡ үткән.
Аҙналыҡта башланғыс синыф уҡыусылары, “Рәсәй бала бөркөттәре” хәрәкәте ҡатнашыусылары, мәктәпкәсә йәштәгеләр төркөмөндә тәрбиәләнеүселәр әҙәби ҡунаҡханала сығыш яһаған.
1–6-сы синыф уҡыусылары өсөн «Атайым – иң яҡшыһы!» тигән күргәҙмә булған. Бәләкәй рәссамдар аталарына арналған портреттар һәм һүрәттәр ҡуйған. 6-сы синыфтар атайҙарға арнап рәхмәт хаттары ла яҙған.
https://vkvideo.ru/video-209741237_456239497
https://vkvideo.ru/video-209741237_456239498
https://vkvideo.ru/video-209741237_456239500